Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр. Инициатива 2025 йылдан “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты составына инә. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы рейтингында хеҙмәт етештереүсәнлеге йәһәтенән алдынғы төбәктәр төркөмөнә инеүен һәм үҙен Рәсәй Федерацияһының көслө субъекты булараҡ танытыуын хәбәр итте. Был бөтә төп параметрҙар буйынса, шул иҫәптән проекттарҙы мәғлүмәти оҙатыу буйынса топ-5 төбәктәрҙә тотороҡло позиция менән дә раҫлана. – Инициативаға 53 меңдән ашыу кеше эшләгән 206 предприятие йәлеп ителде. Уларҙың барыһы ла комплекслы ярҙам ала, шул иҫәптән һаҡсыл етештереү ҡоралдарын бушлай индереү, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу һәм Төбәк компетенциялар үҙәге ҡатнашлығында бизнес-процестарҙы оптималләштереү, – тине Рөстәм Моратов. 2019 йылдан алып Төбәк компетенциялар үҙәге 100-ҙән ашыу прое