ЮМОРЕСКА. Күргән төшөнән тертләп уянды Ришат. Бер килке, ни булғанын аңламай, әле генә күргәндәре тәьҫирендә ята бирҙе. - Ришат, тормайһыңмы ул? Эшкә һуңлатаһың мине. Сәй һыуына бит! – ҡатынының тауышы ысынбарлыҡҡа ҡайтарып, йөрәгенә бер аҙ йылылыҡ йүгерҙе. “Уф... Хоҙайым, әл дә төш кенә булған...” – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә тороп баҫты ла, ҡабалан ғына йыуынып, иртәнге сәй табынына ултырҙы. Ҡатынына, тәү күргәндәй, ныҡ ҡына итеп ҡарап-ҡарап алды. Быны һиҙгән Мәҙинәһе: – Нимә булды? Нишләп ҡобараң осҡан? – тип һорашты. – Төш күрҙем... – тине ир күңелһеҙ генә. – Нимә күрҙең инде? – Һинең менән ҡайҙалыр барырға тип автобус көтәбеҙ. Һин автобусҡа минән алдараҡ индең дә, бер эскәмйәгә барып ултырҙың. Эргәңә ултырайым тиһәм, ултыртмайһың. Өҫтәүенә, “Ана, артта урын күп!” тиһең. Аптырап, артҡараҡ ултырҙым. Шунан һинең яныңа бер ир килеп ҡунаҡланы. Автобуста барған ыңғайы һеҙ нимәлер тураһында көлөшә-көлөшә һөйләштегеҙ, шунан бер туҡталышта төшөргә иттегеҙ. Мин һеҙҙең арттан. Хәҙер ишек