Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына, Рәхәтләнеп ҡунаҡ булабыҙ. Ошо донъяларҙы ташлап бөтәбеҙ ҙә, Ысын донъяларға барабыҙ. "Кемдер был донъянан иртә китә", тибеҙ, Кемдер китә әҙерәк һуңғараҡ. Бер кем белмәй,иртә китәме ул, Әллә китәме бер аҙ һуңғараҡ. Һәр беребеҙгә ваҡыт бүлеп бирелгән, Был донъяла ҡунаҡ булырға. Ваҡыты еткәс сумаҙанды тотоп, Кәрәк була унда барырға. Иман менән тулы булһын сумаҙаныбыҙ, Ожмах ишектәрен асырға. Йәннәттәргә барып инер өсөн Тура килер сират баҫырға. Эй, Хоҙайым,матур ҡабул итсе Алдарыңа баҫҡан ҡолоңдо. Гөнаһтарым булһа кисерә тор, Ҡушлап тотам ике ҡулымды. Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына, Ҡунаҡ булғас тыйнаҡ булайыҡ. Йәннәттәргә барып инер өсөн Иман юлдарында булайыҡ. Арсен Байымов. Тос һәм уйландырырлыҡ фекер әйтә замандашыбыҙ, шулай бит?