"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөндә фәһемле яҙмалары, төрлө аш-һыу рецепттары менән даими уртаҡлашып барған Гөлназ Ишемғолова боланут сәйен әҙерләү рецебы менән уртаҡлашты. Уның яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, кемгәлер тап ошо рецепт оҡшар. "Болануттың (иван-чай) һаулыҡҡа файҙаһы тураһында бик күп мәғлүмәт бирелгән. Төрлө сирҙәрҙән дауа, иммунитетты нығыта, күңел торошон көйләй тип тә яҙалар. Күптән ошо файҙалы сәйҙе эшләргә хыялландым, мәле етмәгән булғандыр, теләгем хыял килеш кенә ҡалды.Бер нисә көн элгәре ирем бер ҡосаҡ боланутты йыйып кереткәс, хыялымдың, ниһайәт, тормошҡа ашҡанын аңланым һәм әнейем менән эшкә тотондоҡ. Тотондоҡ тип әйтеүе генә анһат, япраҡтарын, сәскәһен генә һыпырып алыуын алдыҡ та, артабан ни эшләтергә?Интернетта рецепттарҙың шул тиклем күплеге, төрлөлөгө! Нисек итеп эшләргә, ҡайһы рецептты һайларға? Миңә бит инде мәшәҡәтле булһа ла, еңел эшләнә торғаны кәрәк)Ахырҙа, төрлө рецепттарҙы өйрәнә торғас, бына ошолайтып эшләнек, әлбиттә, д