Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күпер юлды ҡыҫҡартасаҡ

Борай районында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын үтәүгә ярашлы, Етеҙ Танып аша һалынған күперҙе ремонтлай башланылар. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. - Етеҙ Танып аша һалынған күпер Өфө - Бөрө - Яңауыл трассаһында, Ҡуҙбай һәм Ҡудаш ауылдары араһында, урынлашҡан. Был – төньяҡ райондарҙы республиканың үҙәге Өфө менән бәйләгән мөһим транспорт артерияһы. Юл дүрт район аша үтә һәм юлды ҡыҫҡарта. Үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә күпкә хәүефһеҙ буласаҡ, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Барлыҡ эштәрҙе лә киләһе йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Эш барған ваҡытта транспорт ваҡытлыса урап үтә торған юл буйлап уҙасаҡ. Сығанаҡ: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.