Найти в Дзене

Уның ғүмере өсөн аҡ халатлылар көрәшә...

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһында 2 йәшлек ҡыҙ бала күп фатирлы йорттоң тәҙрәһенән йығылып төшкән. Сабый етди тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға оҙатылған. Уның ғүмере өсөн аҡ халатлылар көрәшә. Балаларҙың асыҡ тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әленән-әле булып тора. Был хаҡта күп яҙыла, әйтелә, әммә һаман да балаларыбыҙға хәүефһеҙ шарттар булдырмайбыҙ. Шуның өсөн, хөрмәтле ата-әсәләр, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, балаларҙы яңғыҙҙарын асыҡ тәҙрәле бүлмәлә ҡалдырмағыҙ, тәҙрә тупһаһында, балконда уйнарға рөхсәт итмәгеҙ, шулай уҡ тәҙрәгә бала аса алмаҫлыҡ итеп фиксатор ҡуйығыҙ. Күҙ асып йомған арала ҡарауһыҙ ҡалған балалар тәҙрәнән ҡолап төшөп, төрлө тән йәрәхәттәре алыуҙары, ә ҡайһы саҡ һәләк булыуҙары ла ихтимал. Ә инде сабыйҙың тиҙерәк һауығыуын теләйек.