Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Махсус хәрби операция яугирҙәренә мунса тапшырылды

“На рахате” фестивалендә яугирҙәр поход мунсаһының асҡысын алып ҡыуанды. Үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың артында бер нисә хәрби операция, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә. Хәрбиҙәр афған һуғышы ветерандары менән дә осрашты, улар һалдаттар өсөн бүләк ителгән мунсаға имән миндектәре әҙерләгән. – 2025 йыл Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар йылы, ә Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Был йүнәлештә эшләү – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе, – тип билдәләне Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Хеҙмәт, рух ныҡлығы, беҙҙе яҡлауығыҙ өсөн егеттәргә бик рәхмәтлебеҙ. Тыуған яҡтың эҫе мунсаһы уларға тоғро хеҙмәт итһен. Альбер Заһиров фотолары.