Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Август айы ниндәй булыр?

Башҡортостанда август башында аномаль эҫелек күҙәтелә. Алдағы көндәрҙә һауа температураһы +30 градустан юғары күтәреләсәк. Августың артабанғы көндәре ниндәй буласаҡ? Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә төбәктә аномаль эҫелек һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +29, +31 градусҡаса күтәреләсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы эш аҙнаһы эҫе була, ә ял көндәрендә +25 градусҡаса һалҡынайта. Ҡайһы бер көндәрҙә ямғыр һәм йәшен фаразлана. Фобос үҙәге фаразлауынса, ямғырҙар республикаға һыуыҡтар килтерәсәк. Йәкшәмбе, 10 августа, һауа температураһының +16 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Әммә һуңынан йәнә йылытасаҡ — 11-16 августа һауа температураһы ун градусҡа күтәреләсәк — +20-нән +30-ға тиклем. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, +30 градусҡаса күтәреләсәк. Августың икенсе яртыһы һалҡыныраҡ булыуы фаразлана. Айҙың 20-се көндәрендә +8-ҙән +16 градусҡа тиклем генә була. Һауаның максималь температураһы

Башҡортостанда август башында аномаль эҫелек күҙәтелә. Алдағы көндәрҙә һауа температураһы +30 градустан юғары күтәреләсәк. Августың артабанғы көндәре ниндәй буласаҡ? Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә төбәктә аномаль эҫелек һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +29, +31 градусҡаса күтәреләсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы эш аҙнаһы эҫе була, ә ял көндәрендә +25 градусҡаса һалҡынайта. Ҡайһы бер көндәрҙә ямғыр һәм йәшен фаразлана. Фобос үҙәге фаразлауынса, ямғырҙар республикаға һыуыҡтар килтерәсәк. Йәкшәмбе, 10 августа, һауа температураһының +16 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Әммә һуңынан йәнә йылытасаҡ — 11-16 августа һауа температураһы ун градусҡа күтәреләсәк — +20-нән +30-ға тиклем. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, +30 градусҡаса күтәреләсәк. Августың икенсе яртыһы һалҡыныраҡ булыуы фаразлана. Айҙың 20-се көндәрендә +8-ҙән +16 градусҡа тиклем генә була. Һауаның максималь температураһы 31 августа — +22 градус булыуы көтөлә. Ямғырлы көндәр аҙ буласаҡ. Августҡа Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән фаразлауҙар буйынса, уртаса айлыҡ һауа температураһы нормаға яҡын буласаҡ (+17,2 градус тирәһе). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын (45-65 миллиметр) тип күҙаллана. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.