Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул менән идара ителгән автомобилдәрҙең асҡыстарын МХО ветерандары Эмиль Еникеевҡа һәм Виталий Михайловҡа тапшырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды ауыр йәрәхәттәр алған махсус операция ветерандарын техник реабилитация сараһы сифатында ҡул менән идара ителгән автомобилдәр менән тәьмин итә. Республика башлығы ветерандарға батырлыҡтары һәм фиҙакәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте. "Етегән" гәзите сайтынан.
Башҡортостан Башлығы МХО ветеранына автомобиль асҡысы тапшырҙы
27 июля 202527 июл 2025
4
~1 мин