Республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар үлеме кәмегән Быйыл тәүге алты айҙа төбәктә балалар һаулығын һаҡлау өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр теркәлгән: яңы тыуған сабыйҙар үлеме – 14,5%, балалар үлеме 16,5% кәмегән. Бөгөнгө көндә республикала етлекмәй тыуған сабыйҙар араһында иҫән ҡалыу 95 процент тәшкил итә. Быға нисек өлгәшелгән: - Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы күҙәтеү системаһын индерҙеләр - хәҙер иҫәптә тән ауырлығы түбән йәки ауыр патологиялы 1645 сабый тора. - Республика балалар клиник дауаханаһында йәш сабыйҙар бүлеге эшләй: 3 меңдән ашыу сабый ҡаралған, 50-һе дауаханаға оҙатылған, 114-е “Салют” үҙәгендә реабилитация үткән. -Телемедицина үҙәге аша алыҫтан тороп консультациялар алыу әүҙем үҫешә. Яңы тыуған сабыйҙар араһында үлемдең төп сәбәптәре - перинаталь осор торошо, тыумыштан килгән аномалиялар һәм тын алыу ағзалары ауырыуҙары. Балалар араһында - йәрәхәттәр алыу, тышҡы тәьҫирҙәр, нервы системаһы ауырыуҙары һәм онкология. Тышҡы сәбәптәрҙең үлемгә килтереүе күп осраҡта 15-17 йәшкә
Республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар үлеме кәмегән
27 июля 202527 июл 2025
1 мин