Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Егеттең рухы шатланғандыр

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында бөгөн "Абдулла" мәсете үҙ ишектәрен асты. Мәсет хәҙер ауылдың нәҡ уртаһында, тирә-йүнгә йәм, ҡот өләшеп ултыра. "Абдулла" мәсетен төҙөүҙә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Андрей Касьяновтың әсәһе (мосолманса исеме - Абдулла) Рәмзиә Фәйзи ҡыҙы Ғималетдинованың роле баһалап бөткөһөҙ - ул финанс яҡтан ныҡ ярҙам иткән. Шуға мәсеткә, Андрейға бағышлап, Абдулла исеме бирелде. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла улы Илназды һәм тормош иптәше Илмир Радик улын юғалтҡан Миләүшә Миниғәли ҡыҙы Баязитова ла төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Бынан тыш, "Монолит" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Кучаев, Ҡырмыҫҡалы юл-төҙөү ремонт идаралығы етәксеһе Илгиз Зәйнуллин, "Агрохим- гарант" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Исхаҡов һәм Ҡарлыманбаш ауылы халҡы һәм ошо ауылдан сыҡҡан яҡташтар ихлас ярҙам күрһәтте. Иман йортон асыу тантанаһында Мосолмандарҙың диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, район хакимиәте вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнаш

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында бөгөн "Абдулла" мәсете үҙ ишектәрен асты. Мәсет хәҙер ауылдың нәҡ уртаһында, тирә-йүнгә йәм, ҡот өләшеп ултыра. "Абдулла" мәсетен төҙөүҙә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Андрей Касьяновтың әсәһе (мосолманса исеме - Абдулла) Рәмзиә Фәйзи ҡыҙы Ғималетдинованың роле баһалап бөткөһөҙ - ул финанс яҡтан ныҡ ярҙам иткән. Шуға мәсеткә, Андрейға бағышлап, Абдулла исеме бирелде. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла улы Илназды һәм тормош иптәше Илмир Радик улын юғалтҡан Миләүшә Миниғәли ҡыҙы Баязитова ла төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Бынан тыш, "Монолит" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Кучаев, Ҡырмыҫҡалы юл-төҙөү ремонт идаралығы етәксеһе Илгиз Зәйнуллин, "Агрохим- гарант" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Исхаҡов һәм Ҡарлыманбаш ауылы халҡы һәм ошо ауылдан сыҡҡан яҡташтар ихлас ярҙам күрһәтте. Иман йортон асыу тантанаһында Мосолмандарҙың диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, район хакимиәте вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнашып, иң изге теләктәрен еткерҙе. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған егеттәрҙең рухтары шат булһын, яуҙа йөрөгәндәре иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә аяттар уҡылды. Андрей Касьяновтың бергә хеҙмәт иткән яуҙаштары тантанала ҡатнашып, Андрейҙың әсәһе Рәмзиә Фәйзи ҡыҙына ихлас рәхмәттәрен әйттеләр, йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр. Хәмзә хәҙрәт үҙенең яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ҡыуаныслы байрам уртаҡ табын артында йылы аралашыу тамамланды. Ил тыныслығы өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән батыр улдар рухына төҙөлгән иман йорто ауылдың ҡот-бәрәкәтен арттырһын, халыҡ күңеленә иман нуры таратһын, изге динебеҙ юлында булыусылар һаны артһын, тип теләйбеҙ.