Башҡортостанда “Әлифба: һандар һәм ваҡыт” белем биреү-күңел асыу анимация проектының икенсе миҙгеле рәсми рәүештә старт алды. Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды аҡсаһына тормошҡа ашырыла һәм 3-7 йәшлек балаларға башҡорт теле нигеҙҙәрен үҙләштерергә ярҙам итә. Йәнһүрәтте балаларын туған телгә өйрәтеүсе ата-әсәләргә, шулай уҡ балалар баҡсаларында күрһәтеү өсөн булдырғандар. Ул 60 берәр минутлыҡ серияларҙы үҙенә индерә. “Һандар” һәм “ваҡыт” темалары буйынса һәр береһе берәр һүҙгә арналған. Һәр серияны төшөргәндә сценаристар, рәссамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар, башҡорт теле уҡытыусылары тырышлыҡ һалған. - Республика етәкселеге төбәктә креатив индустрияларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, 2030 йылға Рәсәйҙең тулайым эске продуктына ижади идустриялар өлөшө кәмендә 6 процент тәшкил итергә тейеш. "Әлифба” кеүек проекттар был курстың дөрөҫлөгөн күрһәтә. Был сифатлы белем биреү контенты ғына түгел, яҡшы йәнһүрәт тә, уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ололар