Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Вуз-ара кампус ғалимы - рейтингта беренсе

Research.com тип аталған донъяның әйҙәүсе ғилми белем биреү платформаларының береһендә донъяның иң яҡшы ғалимдары рейтингында Рәсәй ғалимдары почетлы урындарға лайыҡ булды. Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты профессоры Руслан Вәлиев илдең әйҙәүсе ғалим-материаловедтарының милли рейтингында алға сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң фән һәм технологиялар универсиеты баш ҡалабыҙҙағы вуз-ара студенттар кампусының вуз-резиденты булып тора. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы төҙөлә. Рейтинг ғалимдың наградалары, ҡаҙаныштары нигеҙендә булдырыла. Физика-математика фәндәре докторы, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы Руслан Вәлиев Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы перспективалы материалдар физикаһының ғилми-тикшеренеү институтына етәкселек итә. Был - материаловедение һәм металдар физикаһы өлкәһендәге Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге билдәле мәктәптәрҙең береһе. Үҙенең коллегалары менән берлектә ғалим наноструктура металл материалдарын тикшерә. Руслан В

Research.com тип аталған донъяның әйҙәүсе ғилми белем биреү платформаларының береһендә донъяның иң яҡшы ғалимдары рейтингында Рәсәй ғалимдары почетлы урындарға лайыҡ булды. Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты профессоры Руслан Вәлиев илдең әйҙәүсе ғалим-материаловедтарының милли рейтингында алға сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң фән һәм технологиялар универсиеты баш ҡалабыҙҙағы вуз-ара студенттар кампусының вуз-резиденты булып тора. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы төҙөлә. Рейтинг ғалимдың наградалары, ҡаҙаныштары нигеҙендә булдырыла. Физика-математика фәндәре докторы, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы Руслан Вәлиев Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы перспективалы материалдар физикаһының ғилми-тикшеренеү институтына етәкселек итә. Был - материаловедение һәм металдар физикаһы өлкәһендәге Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге билдәле мәктәптәрҙең береһе. Үҙенең коллегалары менән берлектә ғалим наноструктура металл материалдарын тикшерә. Руслан Вәлиев һүҙҙәренә ҡарағанда, ғалимдың һөҙөмтәлелеген баһалаған төп критерийҙарҙың береһе – фәнни журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре. Журналдың рейтингы юғары булған һайын публикацияның да мәртәбәһе арта. -Башҡортостандың сағыу тауышы Рәсәй һәм донъяның ғилми берләшмәһе эфирында көслөрәк яңғырай бара. Беҙҙең ғалимдар үҙҙәренең тикшеренеү һөҙөмтәләре менән үҙҙәрен күрһәтә, уларҙың исемдәре юғары кимәлдәге рейтингка инә, - ти Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты башлығы Светлана Мостафина. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.