Өфөнөң вуз-ара кампусы резиденты булған нефть техник университеты студенты Иван Корнилов Һамарҙа үткән Бөтә Рәсәй “Студент лидеры” конкурсының округ этабында беренсе урын алған. Конкурста Волга буйы федераль округынан барлыҡ студент профсоюздары ойошмалары етәкселәре ҡатнашҡан. – Студенттар лидерлығы төбәгебеҙҙең киләсәген төҙөү өсөн мөһим роль уйнай. Маҡсатлы һәм инициативалы йәштәр прогресҡа этәргес булып тора, республикала кампус шарттарында яңы идеялар һәм проекттар тәҡдим итеп, уларҙы тормошҡа ашыра. Был еңеү Башҡортостандың Бөтә Рәсәй аренаһында тотҡан урынын нығытыу өсөн ҙур өлөш тә ул, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Иван Корнилов “Нефть-газ ҡорамалдарын файҙаланғанда һанлы һәм сервис технологиялары” белгеслегендә уҡый, беренсе курстан университеттың йәмәғәт тормошонда һәм социаль әһәмиәтле сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Студент уҡыу менән бер үк ваҡытта бер нисә вазифан
Өфө кампусы вәкиле - Волга буйы федераль округында иң яҡшы студент лидеры
26 июля 202526 июл 2025
2 мин