Бөгөн сауҙа хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо тармаҡта эшләүселәрҙе тәбрикләне: - Сауҙа – беҙҙең иҡтисадыбыҙ үҫешенең драйверҙарының береһе. Был тармаҡта бөгөн 300 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Улар республикабыҙҙың эш менән мәшғүл халҡының биштән бер өлөшөн тәшкил итә. Күптәрегеҙ был байрам көнөн эш урындарығыҙҙа ҡаршы алырһығыҙ. Сөнки көн һайын һеҙ тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләйһегеҙ, беҙҙе тауарҙар менән тәьмин итәһегеҙ, хеҙмәттәр күрһәтәһегеҙ. Беҙҙең республика сауҙа өлкәһен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостанда 32 меңдән ашыу сауҙа объекттары иҫәпләнә. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса сауҙа әйләнеше 3,5 триллион һумдан артып китте. Төбәктең иң төпкөлдә йәшәүселәрен дә кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү өсөн стационар булмаған һәм мобиль сауҙаны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Был да үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә. Быйыл биш ай эсендә ваҡлап һатыу әйләнеше 5,8 процентҡа, йәмәғәт туҡланыуы 7,2