Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бизнес- миссияһында ҡатнашығыҙ

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге реверсия бизнес миссияһында ҡатнашыуға предприятиеларҙан ғаризалар ҡабул итеүҙе иғлан итә. Ул быйыл Өфөлә 25 һәм 26 августа уҙғарыласаҡ, тип хәбәр итә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы. Ҡатнашыуға аҙыҡ-түлек, эсемлектәр, бакалея продукцияһы, кондитер әйберҙәре, пластиктан ҡаптар, түшәк кәрәк-ярағы, көнкүреш химияһы, гигиена кәрәк-ярағы етештереүселәр саҡырыла. Ике көн дауамында ҡатнашыусыларҙы сит ил һатып алыусылары менән туранан-тура һөйләшеүҙәр көтә. Әрмәнстан, Грузия, Белоруссия, Төркиә, Ғәрәбстан илдәренән ваҡлап һатыу вәкилдәре буласаҡ. -Сит ил эшҡыуарҙары менән эшлекле саралар ойоштороуҙа беҙҙең ҙур тәжрибә бар. Белем һәм алдынғы алымдар менән уртаҡлашыуҙағы беҙҙең эшмәкәрлек системалы алып барыла. Был иһә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуға, халыҡ-ара эшлекле контакт булдырыуға алып килә, - тине Башҡо

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге реверсия бизнес миссияһында ҡатнашыуға предприятиеларҙан ғаризалар ҡабул итеүҙе иғлан итә. Ул быйыл Өфөлә 25 һәм 26 августа уҙғарыласаҡ, тип хәбәр итә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы. Ҡатнашыуға аҙыҡ-түлек, эсемлектәр, бакалея продукцияһы, кондитер әйберҙәре, пластиктан ҡаптар, түшәк кәрәк-ярағы, көнкүреш химияһы, гигиена кәрәк-ярағы етештереүселәр саҡырыла. Ике көн дауамында ҡатнашыусыларҙы сит ил һатып алыусылары менән туранан-тура һөйләшеүҙәр көтә. Әрмәнстан, Грузия, Белоруссия, Төркиә, Ғәрәбстан илдәренән ваҡлап һатыу вәкилдәре буласаҡ. -Сит ил эшҡыуарҙары менән эшлекле саралар ойоштороуҙа беҙҙең ҙур тәжрибә бар. Белем һәм алдынғы алымдар менән уртаҡлашыуҙағы беҙҙең эшмәкәрлек системалы алып барыла. Был иһә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуға, халыҡ-ара эшлекле контакт булдырыуға алып килә, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.