Найти в Дзене

Һүҙ уйыны ла һөнәри оҫталыҡ талап итә

“Балтика” компанияһы тарафынан “Башбир” продукцияһын ҡулланыу тураһындағы һорау 27 июндә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында йәмәғәтселәрҙең эшлекле осрашыуында күтәрелде. ”Башбир” тигән исем төбәк халҡында негатив күренеш һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Сөнки тәржемә иткәндә "башыңды бир" йәғни "буйһон" тигәнде аңлата. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары һөйләшеү барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Йәмәғәт палатаһы һәм Сауҙа министрлығы тарафынан компания адресына продукттың исемен үҙгәртеү мөмкинлеге үтенесе менән мөрәжәғәт итергә булды. Яуап итеп “Балтика” компанияһы “Башбир” маркалы һыраны етештереүҙе туҡтатып торорға, яңы исем, сауҙа маркаһын эшләү буйынса эш башларға ҡарар итеүе тураһында хәбәр итте. Хатта компанияның башҡорт халҡының милли мәҙәниәтенә, ҡиммәттәренә хөрмәт менән ҡарауҙары тураһында ла яҙыла. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлназ Йосопова түбәндәгеләрҙе билдәләне: - “Башбир” маркаһы исеме м

“Балтика” компанияһы тарафынан “Башбир” продукцияһын ҡулланыу тураһындағы һорау 27 июндә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында йәмәғәтселәрҙең эшлекле осрашыуында күтәрелде. ”Башбир” тигән исем төбәк халҡында негатив күренеш һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Сөнки тәржемә иткәндә "башыңды бир" йәғни "буйһон" тигәнде аңлата. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары һөйләшеү барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Йәмәғәт палатаһы һәм Сауҙа министрлығы тарафынан компания адресына продукттың исемен үҙгәртеү мөмкинлеге үтенесе менән мөрәжәғәт итергә булды. Яуап итеп “Балтика” компанияһы “Башбир” маркалы һыраны етештереүҙе туҡтатып торорға, яңы исем, сауҙа маркаһын эшләү буйынса эш башларға ҡарар итеүе тураһында хәбәр итте. Хатта компанияның башҡорт халҡының милли мәҙәниәтенә, ҡиммәттәренә хөрмәт менән ҡарауҙары тураһында ла яҙыла. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлназ Йосопова түбәндәгеләрҙе билдәләне: - “Башбир” маркаһы исеме менән булған осраҡ шуны күрһәтте, төбәк халҡы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү оҫталығы тауар етештереүселәр өсөн дә бик мөһим. Айырыуса, әгәр ҙә милли традицияларға ҡағылһа. “Балтика” ҙур федераль компания булыуға ҡарамаҫтан, улар йәмәғәтселек менән ошондай бәйләнешкә инә алды, ошо рәүешле башҡаларға өлгө күрһәтте. Улар беҙҙең менталитетты аңланы. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына йылдам команда эше өсөн рәхмәт, - тине ул.