Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡала, сәнәғәт һәм тәбиғәт берлеген яҡтырта

“Экология именлеге” милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына ярашлы, Өфөлә «СИБУР» компанияһының 30 йыллығына һәм «Полиэф» предприятиеһының 40 йыллығына арналған урам фотокүргәҙмәһе эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Экспозиция ҡала, сәнәғәт һәм тәбиғәттең үҙ-ара килешеп “йәшәүе” темаһын сағылдырған 29 фотоһүрәттән тора. Уларҙа ҡала һәм сәнәғәт объекттары менән йәнәш Башҡортостан тәбиғәте һынланған. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан ҡалаларҙың тарихы нефть һәм газ химияһы тармағы менән тығыҙ бәйләнгән, шуға күрә билдәле фотографтар цивилизация, сәнәғәт һәм тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнешен сағылдыра. Бының өсөн «СИБУР» предприятиелары тирәһендәге һәм эсендәге тормошто күҙәтә. Урам фотокүргәҙмәһенең эше 31 авгусҡа тиклем дауам итә. – „ПОЛИЭФ“ кеүек предприятиеларҙың проекттары республикалағы экология хәлен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә. Был яҡтан мәғлүмәти белем биреүҙәге эшен айырым билдәләп үт

“Экология именлеге” милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына ярашлы, Өфөлә «СИБУР» компанияһының 30 йыллығына һәм «Полиэф» предприятиеһының 40 йыллығына арналған урам фотокүргәҙмәһе эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Экспозиция ҡала, сәнәғәт һәм тәбиғәттең үҙ-ара килешеп “йәшәүе” темаһын сағылдырған 29 фотоһүрәттән тора. Уларҙа ҡала һәм сәнәғәт объекттары менән йәнәш Башҡортостан тәбиғәте һынланған. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан ҡалаларҙың тарихы нефть һәм газ химияһы тармағы менән тығыҙ бәйләнгән, шуға күрә билдәле фотографтар цивилизация, сәнәғәт һәм тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнешен сағылдыра. Бының өсөн «СИБУР» предприятиелары тирәһендәге һәм эсендәге тормошто күҙәтә. Урам фотокүргәҙмәһенең эше 31 авгусҡа тиклем дауам итә. – „ПОЛИЭФ“ кеүек предприятиеларҙың проекттары республикалағы экология хәлен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә. Был яҡтан мәғлүмәти белем биреүҙәге эшен айырым билдәләп үтергә теләйем. Ул төрлө акциялар, ирекмәнлек проекттары, сәнәғәт туризмы һәм ошондай күргәҙмәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла. Фотокүргәҙмә – тәбиғәт менән сәнәғәттең ыңғай бәйләнешен һәм предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхиткә нисек һаҡсыл ҡарағанын күрһәтеүҙең яҡшы ысулы, – тине Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Инна Антонова. Фото: ecology.bashkortostan.ru