Йыл башынан алып республикала 4705 янғын сығыу осрағы теркәлде, утта 127 кешенең ғүмере өҙөлдө, шуларҙың 12-һе - балалар. 107 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова хәбәр итте. Янғындарҙың төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә килеп тыуған фажиғә дөйөм иҫәптең 54 процентын тәшкил итә; электр приборҙарын дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында сыҡҡан янғындар - 22; мейестең төҙөкһөҙлөгө һөҙөмтәһендә - 9; махсус ут төртөү арҡаһында сыҡҡан янғындар дөйөм иҫәптең 5 процентын тәшкил итә. Кисә генә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре йортта сыҡҡан янғынды һүндергәндә 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапты. Тәүтикшереүсе һүҙҙәренә ҡарағанда, янғын ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыҡҡан, йорт хужаһы карауатта тәмәке тартҡан тип күҙ аллана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: Түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартм