Найти в Дзене

Лабораториялар асыуға гранттар булдырылды

Өфө дәүләт нефть техник университетының 12 кафедраһы һәм ғилми мәктәбе әҙерлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса белем алыусы аспиранттарҙың ғилми тикшеренеүҙәре өсөн ғилми-тикшеренеү лабораторияларын булдырыуға вузда үткәрелгән конкурста еңеүсе булды. Конкурс «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект «Молодежь и дети») «Өҫтөнлөк-2030» үҫеш программаһына ярашлы уҙғарылды, тип хәбәр иттеләр Өфө дәүләт нефть техник университетынан. Был маҡсатҡа юғары уҡыу йорто 15 миллион һум самаһы аҡса бүлгән, гранттың максималь суммаһы – 1,5 миллион һум. Грант алған бөтә ғилми коллективтар фәнни-технологик үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлештәре өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. – Аспиранттарҙың диссертация эштәрен яҡлау һанын арттырыу –университетыбыҙҙың төп бурыстарының береһе. Беҙҙең маҡсат – ресурстарҙы яңы лабораториялар булдырыуға йәки булған лабораторияларҙы модернизациялауға йүнәлтеү. Ғаризаларҙың күп яҡлы булыуы ҡыуандыра. Тәүге һөҙөмтәләрҙе бер йылдан – аспиранттарҙың диссертация эштәрен яҡлауында күрергә мөмкин, – тип билдәләне конкурс комиссияһы рәйесе урынбаҫары, ӨДНТУ-ның уҡытыу-методик эштәр буйынса проректоры Денис Гулин. Йомғаҡ яһағанда эксперт комиссияһы планлаштырылған күрһәткестәрҙе һәм әлегсә башҡарылған эштәрҙе баһалай. Төп критерийҙар булып аспиранттарҙың илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы ғилми журналдарында баҫмалары, уйлап табыуҙарға патенттары һәм программа продукттарына танытмалары, шулай уҡ халыҡ-ара һәм Рәсәй конференцияларында ҡатнашыуы тора. Фото: gtrkrb.ru