Юлсылар Яуған ямғырҙарға ҡыуанам да, Ал Ҡояшҡа ҡарап йыуанам. Әйтсе, донъя, ҡайҙан бар булғанһың? Һиңә ғашиҡ, мин бер диуанаң! Ҙур шартлауҙан тигән әкиәткә Ышанмайым, ятмай күңел дә. Әҙәм белемдәре самалылыр, Шул уҡ ваҡыт аңһыҙ түгел дә. Бер Аллаһтан, бары бер Аллаһтан! Йөрәк шулай ти бит, бар хисем. "Ләә Иләһә Иләллаһ"тан көнөм Башлана ла, етә һәр кисем. Һәр биҙәктән, һәр бөжәктән алып, Йыһандарға уйым тоташа. Ҙур шартлауҙан, имеш, ярай, һәр кем Үҙенсә бит бында һаташа. Эй, юлсылар! Юлдаштарым минең! Хәлдәр нисек бөгөн– йомала? Ай, тиҙ үтә ғүмер, "Ҡош юлы", тим, Күҙен асып берҙе йома ла... Фәнис Сирбаев