Бер көндө “Одноклассники” сайтын ҡарап ултырһам, дуҫтарымдың дуҫтары араһында бер ирҙең сәхифәһе килеп сыҡты. Уны шунда уҡ танымаһам да, йөрәгем “жыу” итеп ҡалды, дерелдәп киттем. Эйе, был ул ине. Үгәй атайым... Үҙемдең атайымды хәтерләмәйем тиерлек. Ни бары юғарыға күтәреп сөйгәне иҫемдә лә, уның йылмайған йөҙө күҙ алдында. Тап шул мәлдәр бала сағымдың иң бәхетле хәтирәләре булып күңелемә һеңгән. Биш йәш тулып барғанда атайым һәләк булды. Үгеҙ һөҙөп үлтерҙе уны. Был көтөлмәгән юғалтыуҙы әсәйем менән шул тиклем ауыр кисерҙек. Тик тормош дауам итә. Әсәйем икенсегә кейәүгә сыҡты. Миңә ул саҡта ете йәш ине, саҡ мәктәпкә барған йылым. Әсәйемде лә әле ҡатын-ҡыҙ булараҡ аңлайым кеүек: атайым үлгәндә уға ни бары 26 йәш булған. Уға ла тормошта таяныс булырҙай кеше кәрәккәндер, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеһе килгәндер. Тәүҙә улар матур ғына йәшәй башланы кеүек ине. Миңә ҡарата үгәй атайҙың мөнәсәбәте баштан уҡ һалҡыныраҡ булды. Үҙем дә уға ылыҡманым. Үгәй атай беҙҙе ҡалаға күсереп алып китте. Ҡара көнд