25 йәшлек Илсинә Юлыеваның туғандары һәм яҡындары хафаға ҡалған: ҡыҙ 21 июлдән бирле бәйләнешкә сыҡмай. Баймаҡ районынан ҡыҙҙы эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡушылған. "КП-Өфө" порталына Илсинәнең яҡын әхирәте Гөлсөм хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр Сибай ҡалаһы автовокзалында күргәндәр. Ул автобусҡа ултырып, тыуған ауылы Байышҡа юлланырға тейеш булған. Илсинәнең ата-әсәһе тап ошо ауылда йәшәй. - Ул Мәскәүҙә эшләй. Сибай аша тыуған яҡтарына ҡайтып бара ине. Ул көндө беҙҙең уртаҡ дуҫыбыҙ Илсинәне автовокзалға алып барған. Сәғәт киске 8-се ярты тирәһендә әхирәтем автобусҡа өлгөрөүе тураһында хәбәр иткән. Шул ваҡыттан бирле бәйләнеш өҙөлгән, өйөнә ҡайтып етмәгән, - тип һөйләгән Сибайҙа йәшәүсе. Билдәле булыуынса, быға тиклем Илсинә Юлыева оҙаҡҡа юғалғаны булмаған, шуға ла борсоуға ҡалған ҡыҙҙың туғандары полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәү сиратта, әлбиттә, ҡыҙҙың ысынлап та Сибай-Баймаҡ автобусына ултырыуын-ултырмауын асыҡларға кәрәк буласаҡ. Ҡыҙҙың әхирәте фаразлауынса, ул ты