Элек-электән халҡыбыҙ араһында шифалы доғалары менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, өйҙө таҙалаған, ҡот ҡойған кешеләр, шулай уҡ кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһын да кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн башҡарған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Шуларҙың береһе - Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән классик массаж яһау оҫтаһы, эске ағзаларҙы һәм быуынды ултыртҡан, эс һылаған, хиджама эшләгән, һөлөк һалған Гөлназ Баймырҙинаға сират бер нисә ай алдан төҙөлә. Һәр кемде ихлас ҡарап, сирен әйткән был ханым 2014 йылдан алып массаж яһау менән шөғөлләнә. – Был һәләт миңә өләсәйемдән бирелгәндер, тип уйлайым, – ти Гөлназ Әҡсән ҡыҙы. – Уны күптәр яҡшы белә, Йомаш ауылында кендек инәйе тип тә йөрөттөләр. Даими рәүештә төрлө массаж яһау өлкәһендә белемемде камиллаштырыу маҡсатында әленән-әле уҡыйым, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, сертификаттар алам. Баймаҡта үҙ эшемде астым, бе