Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөрйән эшҡыуары яугир әсәһенә утын менән ярҙам иткән

Илдә махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем ҡулынан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ яугир ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан 2022 йылдың сентябрендә өләшләтә мобилизацияға эләгеп, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөүсе егеттең әсәһе Венера Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәховаға ошо көндәрҙә ауылдаштары, шәхси эшҡыуар Рөстәм Ғәйетбаев эшселәре Ғәлиән Шәйхисламов, Урал Күжәхмәтовтар менән бер “КамАЗ” ҡоро утын алып барып бушатҡан.- Рөстәм ҡустыға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ғаиләһе менән бәхет, шатлыҡҡа төрөнөп, именлектә генә йәшәһендәр. Йылда ла эшселәре менән бергә утын менән ярҙам итә шәхси эшҡыуар Рөстәм Сәлих улы. Һәр саҡ ярҙамсыл. Бик ҙур рәхмәт! – ти ҡыуанып яугир әсәһе Венера Сәйәхова. Яугир үҙе лә күптән түгел ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтып, кире МХО-ға юлланған. Махсус хәрби операция тамамланып, ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк имен-һаҡ ҡайтып инеүҙәрен теләйек. Ил һағынан улдарын көткән Венера Ғәбдинур ҡы

Илдә махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем ҡулынан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ яугир ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан 2022 йылдың сентябрендә өләшләтә мобилизацияға эләгеп, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөүсе егеттең әсәһе Венера Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәховаға ошо көндәрҙә ауылдаштары, шәхси эшҡыуар Рөстәм Ғәйетбаев эшселәре Ғәлиән Шәйхисламов, Урал Күжәхмәтовтар менән бер “КамАЗ” ҡоро утын алып барып бушатҡан.- Рөстәм ҡустыға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ғаиләһе менән бәхет, шатлыҡҡа төрөнөп, именлектә генә йәшәһендәр. Йылда ла эшселәре менән бергә утын менән ярҙам итә шәхси эшҡыуар Рөстәм Сәлих улы. Һәр саҡ ярҙамсыл. Бик ҙур рәхмәт! – ти ҡыуанып яугир әсәһе Венера Сәйәхова. Яугир үҙе лә күптән түгел ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтып, кире МХО-ға юлланған. Махсус хәрби операция тамамланып, ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк имен-һаҡ ҡайтып инеүҙәрен теләйек. Ил һағынан улдарын көткән Венера Ғәбдинур ҡыҙы кеүек сабыр әсәйҙәрҙең күңелдәрендә лә тиҙ арала тыныслыҡ тантана итһен! Сығанаҡ: "Таң" гәзитенән Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. 2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.