Ваҡыт арбаһы алға барыу менән, көнкүреше һәм йәшәйешенән айырмалы, башҡорттар тураһында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр әленән-әле табылып тора. Ысынлап та, күптәрҙә милләттәштәребеҙ хаҡында бына ниндәй фекер "йәшәй" – йәнәһе лә улар ярымҡырағай шарттарҙа малсылыҡ менән генә шөғөлләнгән. Етмәһә бөгөн эре һәм заманса предприятиелар төҙөүгә ҡырҡа ҡаршы булған ҡайһы берәүҙәр был хаҡта көн дә тылҡып тора һәм ошондай стереотиптан һис кенә лә ары китә алмай. Мәҫәлән, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыусылар һәм асыусылар, атап әйткәндә, мәғдәнселәр араһында башҡорттар булыуын ишетеү бигерәк тә ғорурлыҡ. Ысынлап та, Башҡортостанда ғүмер иткән төп халыҡ Рәсәй империяһында, бигерәк тә Уралда мәғдәнселектә, тау байыҡтырыу һәм металлургия сәнәғәтендә төп урынды биләгән. Башҡорт мәғдәнселәре Демидов кеүек эре сәнәғәтселәргә Уралдағы мәғдәнгә иң бай ятҡылыҡты табырға ныҡ ярҙам иткән. Күптәре иһә бындағы ерҙәрҙе ҡуртымға алған йәки заводта оҫта булып эшләгән. Кем әйтмешләй, Урал – тотошлайы менән мәғдән