Ауылда йәшәгән һәйбәт кенә танышым яйлап эскегә һабыша башланы. Бәләкәй саҡтан бер урамда үҫтек, уның бер ҡасан да насар холоҡтары булманы. Беҙ йәшенеп һыра эсеп, тәмәке тартып ҡарағанда ла, ул ауыҙына ла алманы. Ә хәҙер... Бер көн барһам, көпә-көндөҙ иҫерек ята. Аптырап киттем. Һөйләшер хәлдә түгел ине, сығып киттем. Аҙаҡ таныштарҙан эшенән ҡыуылғанын ишетеп тағы берҙе шаҡ ҡаттым. Ә ул бик шәп уҡытыусы. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙен ныҡ ярата. Баҡһаң, эсеп эшкә килмәй ҡалған саҡтары артҡан, әллә нисә тапҡыр хеҙмәттәштәрен уңайһыҙ хәлдә ҡалдырған. Янына барып һөйләшергә булдым. Ул миңә түбәндәгеләрҙе һөйләне. “Иремде ныҡ итеп яратып кейәүгә сыҡтым. Сибәр, аҡыллы, егәрле, гармунда уйнай... Артынан күп кенә ҡыҙҙар йөрөһә лә, ул мине һайланы, мине яратты. Быға шул тиклем шатлана һәм ғорурлана инем. Өйләнештек, матур итеп йәшәй башланыҡ. Ул бит ҡул оҫтаһы, ауылда уға ихтыяж ҙур. Бураһын да бурай, матур итеп ишек-тәҙрәләр эшләй, мебель дә яһай белә. Заказдары артҡандан-артты, аҡса ла күбәй