Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Проект остаздары – танылған шәхестәр

Колледж студенттары һәм уҡыусылар 30 июлгә тиклем “Белем Лектор” Бөтә Рәсәй конкурсының бишенсе миҙгеленә заявка бирә ала. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы үтә. Проекттың остаздары булып билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, мәғариф һәм медиа өлкәләрендәге идарасылар сығыш яһаясаҡ. Улар араһында “Россотрудничество” етәксеһе Евгений Примаков, Рәсәй Президенты советнигы Елена Ямпольская, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григория Гуров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Сергей Першин һәм башҡалар бар. Онлайн режимындағы консультацияларҙы ике меңдән ашыу ҡатнашыусы алыуы мөмкин, шул иҫәптән республиканың 104 вәкиле. Улар ете йүнәлештең береһен һайлай ала, иң популяры – “Медиа, коммуникациялар һәм һанлы белем”. – Илдең иң яҡшы лекторы статусы өсөн көрәштә Рәсәй төбәктәренән 4 196 үҫмер ҡатнашты. Улар мәғарифта тәүге аҙымдарын яһай, лекциялар ойоштора, тиҫтерҙәре менән белемдәрен уртаҡлаша, – тип билдәләне “Белем” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Кирилл Хв

Колледж студенттары һәм уҡыусылар 30 июлгә тиклем “Белем Лектор” Бөтә Рәсәй конкурсының бишенсе миҙгеленә заявка бирә ала. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы үтә. Проекттың остаздары булып билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, мәғариф һәм медиа өлкәләрендәге идарасылар сығыш яһаясаҡ. Улар араһында “Россотрудничество” етәксеһе Евгений Примаков, Рәсәй Президенты советнигы Елена Ямпольская, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григория Гуров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Сергей Першин һәм башҡалар бар. Онлайн режимындағы консультацияларҙы ике меңдән ашыу ҡатнашыусы алыуы мөмкин, шул иҫәптән республиканың 104 вәкиле. Улар ете йүнәлештең береһен һайлай ала, иң популяры – “Медиа, коммуникациялар һәм һанлы белем”. – Илдең иң яҡшы лекторы статусы өсөн көрәштә Рәсәй төбәктәренән 4 196 үҫмер ҡатнашты. Улар мәғарифта тәүге аҙымдарын яһай, лекциялар ойоштора, тиҫтерҙәре менән белемдәрен уртаҡлаша, – тип билдәләне “Белем” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Кирилл Хвиль. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-етештереү үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте.