Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Минең бизнес" ете меңдән ашыу консультация үткәргән

2025 йылда "Минең бизнес" үҙәге Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн ете меңдән ашыу консультация үткәргән. "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты (нацпроект "Эффективная и конкурентная экономика") сиктәрендә Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәге һәм уның республикалағы муниципаль берәмектәрендәге айырым бүлектәре 7,2 меңдән ашыу мәғлүмәт, консультация һәм белем биреү хеҙмәте күрһәткән. Был һан Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына йомғаҡ яһалған оператив кәңәшмәһендә иғлан ителде. 2025 йылдың ғинуарында "Минең ижади бизнесым" үҙәге булдырылған, унда ярты йыл эсендә ижади эшҡыуарлыҡ өлкәһендә, дөйөм алғанда, 18 сара үткәрелгән һәм 981 кеше ҡатнашҡан. “Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы кимәлендә "Минең ижади бизнес үҙәгем" һәм партнерлыҡ программаһын тормошҡа ашырыу практикаһы өйрәнелә. Уңышлы тәжрибәне киңәйтеү мәсьәләһе лә ҡарала. Шулай уҡ Башҡортостандағы "Минең бизнес" үҙәгенең уңышлы тәжрибәһен илдең башҡа т

2025 йылда "Минең бизнес" үҙәге Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн ете меңдән ашыу консультация үткәргән. "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты (нацпроект "Эффективная и конкурентная экономика") сиктәрендә Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәге һәм уның республикалағы муниципаль берәмектәрендәге айырым бүлектәре 7,2 меңдән ашыу мәғлүмәт, консультация һәм белем биреү хеҙмәте күрһәткән. Был һан Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына йомғаҡ яһалған оператив кәңәшмәһендә иғлан ителде. 2025 йылдың ғинуарында "Минең ижади бизнесым" үҙәге булдырылған, унда ярты йыл эсендә ижади эшҡыуарлыҡ өлкәһендә, дөйөм алғанда, 18 сара үткәрелгән һәм 981 кеше ҡатнашҡан. “Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы кимәлендә "Минең ижади бизнес үҙәгем" һәм партнерлыҡ программаһын тормошҡа ашырыу практикаһы өйрәнелә. Уңышлы тәжрибәне киңәйтеү мәсьәләһе лә ҡарала. Шулай уҡ Башҡортостандағы "Минең бизнес" үҙәгенең уңышлы тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә лә таратыу мәсьәләһе лә ҡарала", - ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. 2024 йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда, үткәрелгән саралар һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Уларҙа дүрт меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, был ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 91 процентҡа күберәк. "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") милли проектының маҡсаттары булып иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү тора. Иҡтисадтың сәнәғәт тармаҡтары, юғары технологиялар һәм йәштәр бизнесы перспективаларына айырым иғтибар бирелә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: gtrkrb.ru