2024 йылдың февралендә Өфө ҡалаһында Вуз-ара студенттар кампусын асыу тантанаһы ойошторолдо. Башҡортостан фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина әйтеүенсә, кампус төбәктәге иң яҡшы йәш белгестәрҙе берләштерә. – Башҡортостан илебеҙҙә фәнни-технологик үҫеш буйынса лидерлыҡты бирмәй, – ти дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. – Республикабыҙ Хөкүмәтенең тос ярҙамын тоябыҙ, ошо ярҙам булған өсөн генә "Тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн мөхит" критерияһы буйынса Милли рейтингта беренсе урынды биләйбеҙ. Әлеге позицияны ныҡлы һаҡлап алып ҡалыу өсөн Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш мониторингы системаһы эщләнгән. Миңә ҡалһа, индустриаль предприятиелар менән хеҙмәттәшлекте эҙмә-эҙлекле үҫтереү зарур. Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров билдәләүенсә, ошо юғары йорто технологик лабораториялар комплексында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулай, шулай уҡ "башня"ның һигеҙенсе ҡатында уларҙың Спортты программалау һәм киберспорт үҙәге урынлашҡан. Ун