Башҡортостанда «Атайсал» мажаралы фильм төшөрөү эштәре башланған Башҡортостанда ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән «Атайсал» (6+) фильмын төшөрөү эштәре башланды. Ул 12 авгусҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итте фильмдың идея авторы, продюсеры һәм режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов. «Атайсал» — 55 йәшлек ат ҡараусыһы Юлай, уның улы Марат һәм фермала эшләп ат үрсетеү һөнәрен үҙләштергән өс үҫмер — Айҙар, Рөстәм һәм Шамилдың тормошо тураһында ғаилә драмаһы. Элекке ҙур ойошма етәксеһе Юлай атаһының мөлкәтен һатырға теләй, ә уның улы тыуған йорттан алыҫта ижади карьера тураһында хыяллана. Сценарийҙы драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған. Фильм ҡыҙыҡлы булмаҡсы, түҙемһеҙлек менән уның сығыуын көтәбеҙ! Фильм ҡайҙа төшөрөлә?Кем дөрөҫ яуап бирә?
Башҡортостанда «Атайсал» мажаралы фильм төшөрөү эштәре башланған
23 июля 202523 июл 2025
~1 мин