Республикала йыландар әүҙемләшә: белгестәр халыҡҡа һаҡ булырға кәңәш итә Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә йыл башынан төбәктә 13 кешене йылан саҡҡан. Башҡортостан халҡы һөйрәлеүселәрҙең саманан тыш үрсеүенә һәм кеше йәшәгән урындарҙа күпләп осрауына зарлана.. 2025 йылда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә граждандарҙан йыландар тураһында 60-тан ашыу хәбәр килгән. Йыш ҡына һүҙ ағыулы булмаған туҙбаш йылан тураһында бара.
Республикала йыландар әүҙемләшә: белгестәр халыҡҡа һаҡ булырға кәңәш итә
23 июля 202523 июл 2025
~1 мин