Найти в Дзене

Һеҙҙең исемдән дуҫ булмаған дәүләткә аҡса күсерергә маташалар...

Пенсионер ҡатын мутлашыусыларға тағы ла аҡсаһын күсерергә торғанда, битараф булмаған ир уны был аҙымдан һаҡлап ҡала. Өфө районында йәшәүсе ҡатынға йәнәһе лә “Рәсәй Почтаһы” хеҙмәткәренән шылтыратыу килә. Ул ҡатынға хат килеүен һәм уны алыу өсөн СМС менән килгән кодты әйтергә кәрәклеген әйтә. Ҡатын был һандарҙы әйтә һәм һөйләшеү өҙөлә. Күпмелер ваҡыттан уға йәнәһе лә Роскомнадзор хеҙмәте шылтырата, ҡатындың мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен иҫкәртә, уларға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына юл асылыуын хәбәр итә. Ҡатын был сервиста теркәлмәүен әйтә. Артабан ҡатын менән йәнәһе лә ФСБ хеҙмәткәре бәйләнешкә инә. Ул ҡатынға енәйәт эше ҡуҙғатыласағы тураһында әйтә, быны ҡатындың исеменән дуҫ булмаған дәүләткә аҡса күсерергә маташыуҙары менән бәйләй. Шулай уҡ шылтыратыусы ҡатындың өйөндә тикшереүҙәр уҙғарыласағын, әгәр тупланған аҡса булһа, уны декларацияларға кәрәклеген белдерә. Ҡурҡҡан ҡатын сауҙа үҙәгендәге банкомат аша мутлашыусылар әйткән иҫәпкә 200 меңдән һум ашыу аҡсаһын күсерә. Ҡалған 300 мең тирәһен өлгөрмәй ҡала. Шул ваҡытта уның янына уяу граждан килә, ҡатындың мутлашыусылар менән аралашыуы тураһында әйтә. Шунда уҡ был хәл тураһында полицияға хәбәр ителә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшермәйенсә бер кемгә лә ышанмағыҙ, тип иҫкәртә полиция. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Автор фотоһы.