Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Урал аръяғы -25" форумында иң алдынғы тәжрибәләр тәҡдим ителәсәк

Стратегик башланғыстар агентлығының (АСИ) генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин «Урал аръяғы-2025» инвестиция һабантуйы сиктәрендә инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм муниципалитеттар менән эшләү буйынса алдынғы тәжрибәләрҙе тәҡдим итеү буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үтәсәге хаҡында белдерҙе. Иҫкә төшөрәйек: Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы йола буйынса дәүләт власы органдары һәм эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙарын берләштерә. Был хаҡта бизнес алып барыу өсөн маҡсатлы шарттарҙың милли моделен тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә барышында билдәле булды. Сараның төп темаһы булып төп күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн юл карталарын төҙөүҙә төбәк тәжрибәһе тора. Фекер алышыу барышында Игорь Карачин Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса уңышлы практикаһы менән таныштырҙы, улар араһында Башҡортостандың бизнес-шәрифтәр институты ла билдәләнде. — Башҡортостан Республикаһында шундай яҡшы практика бар — бизнес-ш

Стратегик башланғыстар агентлығының (АСИ) генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин «Урал аръяғы-2025» инвестиция һабантуйы сиктәрендә инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм муниципалитеттар менән эшләү буйынса алдынғы тәжрибәләрҙе тәҡдим итеү буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үтәсәге хаҡында белдерҙе. Иҫкә төшөрәйек: Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы йола буйынса дәүләт власы органдары һәм эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙарын берләштерә. Был хаҡта бизнес алып барыу өсөн маҡсатлы шарттарҙың милли моделен тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә барышында билдәле булды. Сараның төп темаһы булып төп күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн юл карталарын төҙөүҙә төбәк тәжрибәһе тора. Фекер алышыу барышында Игорь Карачин Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса уңышлы практикаһы менән таныштырҙы, улар араһында Башҡортостандың бизнес-шәрифтәр институты ла билдәләнде. — Башҡортостан Республикаһында шундай яҡшы практика бар — бизнес-шәрифтәр институты эшләп килә. Ысынында иһә был муниципалитеттарҙағы инвестиция уполномоченныйҙары, ҡағиҙә булараҡ, был тейешле муниципалитет башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары, – тине Игорь Карачин. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә юл картаһы формалаштырылған һәм ул координациялау һәм раҫлауҙың һуңғы этабында. Эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн маҡсатлы шарттар милли моделен тормошҡа ашырыу тотороҡло үҫеш темптарын булдырыуға һәм яңы инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Быйыл “Урал аръяғы-2025” инвестиция һабантуйы 4 һәм 5 сентябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк. Фото: pravitelstvorb.ru