Башҡортостанда полицейскийҙар “Туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны” мутлыҡ схемаһында ҡатнашыусыны асыҡланы. 16 йәшлек студент пенсионерҙарҙы алдап аҡса алып йөрөгән һәм мутлашыусыларға күсергән. Был хаҡта Өфөләге 7-се полиция бүлегенә 80 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итте. Уның әйтеүенсә, ҡатынға таныш булмаған кемдер хоҡуҡ һаҡлау органы вәкиле булып шылтыратҡан. Насар уйлы кеше пенсионерканың ҡыҙының юл-транспорт фажиғәһе сәбәпсеһе икәнлеге тураһында хәбәр иткән һәм енәйәт яуаплылығынан ҡасыу өсөн ҙур сумма күсереүҙе талап иткән. Өҫтәүенә ҡатынға балаһына шылтыратырға ярамағанлығы һәм барлыҡ талаптарҙы үтәргә кәрәклеге тураһында әйткән. Һөҙөмтәлә оло йәштәге ҡатын йыйған аҡсаһынан 640 мең һумды алған һәм үҙенә килгән кешегә тотторған. Ҡыҙы әсәһенә шылтыратҡас ҡына алдашыу асылған. Ошо ваҡиға тураһында белгән ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Был хәл буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159 статьяһы 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше асылған. Башҡортостан буйынса Эске эшт