Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың йәш депутаттар советының матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Осрашыуҙа ошо советтың директоры Артур Зәйнуллин, совет вәкиле Кирилл Елизаров ҡатнашты. Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы туплаусы ойошма булдырылыуы тураһында күптәрегеҙ ишеткәндер. Был ойошманың ағзалары – республиканың урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар. Артур Зәйнуллин уны булдырыу тарихына туҡталды. Депутаттар корпусының әүҙем өлөшө йәштәр менән танышыу маҡсатында быйыл Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә төбәктәрҙә күсмә осрашыуҙар уҙғарыла. Быйыл февраль айынан майға тиклем төбәк округтарының биш үҙәгендә булалар. Унда 500-ҙән ашыу урындағы үҙидара органдарының вәкилдәре менән осрашалар. Шул уҡ ваҡытта улар өсөн белем биреү лекциялары ойошторола. Ошо осрашыуҙар һөҙөмтәһендә йәш депутаттарға үҙ-ара аралашыу, урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә тәжрибә мен