Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

🍉 Бөгөн – ҡарбуз көнө

🍉 Бөгөн – ҡарбуз көнө.

Ҡарбуз эҫелә һыуһынды ҡандырыу өсөн яҡшы.

Уның 90 проценты һыуҙан тора. Унда бөтөнләй тиерлек аҡһым менән май юҡ, шул уҡ ваҡытта кешегә энергия өҫтәүсе углеводҡа бай. Ҡарбуздың йомшағында фолий кислотаһы күп. Балаларға нервы системаһын үҫтереү өсөн кәрәк.

Ҡарбуз бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә – организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығарырға ярҙам итә.

Кемдәрҙең үт ҡыуығында, бөйөрөндә таш бар, уларға ҡарбуз ашауҙы сикләргә кәрәк.