Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тоҙло Илек алыҫ, ә был шифалы күл үҙебеҙҙә!

Башҡортостаныбыҙҙа тәбиғәт байлыҡтары иҫ киткес күп һәм төрлө! Был күңелле видеояҙма Көйөргәҙе районындағы Яҡут ауылы янындағы күлдә төшөрөлгән. Күлдәге батҡаҡтың шифаһын бер белгәндәр унда йыл һайын, хатта йәй дауамында бер нисә тапҡыр барырға тырыша. Яҡут ауылы янындағы тоҙло һыу сығанағы Ҡаҙлайыр йылғаһының һул ярында, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылынан төньяҡҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ иғлан ителгән. Һыуы тоҙло, көкөртлө водород еҫе бар. Күл һыуының һәм батҡағының үҙенсәлектәре һәм шифаһы Башҡорт дәүләт медицина университетының лаборатор тикшеренеүҙәре һәм Екатеринбургтағы һаулыҡ һаҡлау ғилми үҙәге тарафынан өйрәнелгән һәм иҫбатланған. Урындағы һыу һәм батҡаҡ менән дауалау терәк-хәрәкәт аппараты, быуындар ауырыуҙары, радикулит, полиартрит, гипертония ауырыуының башланғыс стадияһы, йәрәхәт алғандан һуңғы өҙлөгөүҙәр, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында, простатит, гинекология һәм тире ауырыуҙары ваҡытында файҙалы булараҡ б

Башҡортостаныбыҙҙа тәбиғәт байлыҡтары иҫ киткес күп һәм төрлө! Был күңелле видеояҙма Көйөргәҙе районындағы Яҡут ауылы янындағы күлдә төшөрөлгән. Күлдәге батҡаҡтың шифаһын бер белгәндәр унда йыл һайын, хатта йәй дауамында бер нисә тапҡыр барырға тырыша. Яҡут ауылы янындағы тоҙло һыу сығанағы Ҡаҙлайыр йылғаһының һул ярында, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылынан төньяҡҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ иғлан ителгән. Һыуы тоҙло, көкөртлө водород еҫе бар. Күл һыуының һәм батҡағының үҙенсәлектәре һәм шифаһы Башҡорт дәүләт медицина университетының лаборатор тикшеренеүҙәре һәм Екатеринбургтағы һаулыҡ һаҡлау ғилми үҙәге тарафынан өйрәнелгән һәм иҫбатланған. Урындағы һыу һәм батҡаҡ менән дауалау терәк-хәрәкәт аппараты, быуындар ауырыуҙары, радикулит, полиартрит, гипертония ауырыуының башланғыс стадияһы, йәрәхәт алғандан һуңғы өҙлөгөүҙәр, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында, простатит, гинекология һәм тире ауырыуҙары ваҡытында файҙалы булараҡ билдәләнгән. Фото: vk.com/bashkortostanim төркөмөнән