Күп йорттарҙа популяр үҫемлек – аҡса ағасы үҫеүен күрергә мөмкин, әммә күптәр уның “аҡрын үлтереүсе” икәнлеген белмәй. Ул бик хәүефле һәм кешегә зыян килтереүе мөмкин. Уны ҡарауы еңел, ул тиҙ үҫә, халыҡ һынамыштарына ышанһаң, финанс яҡтан именлек килтерә. Белгестәр әйтеүенсә, был үҫемлекте йортта тотоу дөрөҫ түгел. Ни өсөн өйҙә аҡса ағасын тоторға ярамай һуң? Аҡса ағасының бер нисә тиҫтә төрө бар, әммә беҙҙә йомортҡа формаһындағы йыуан ағас (толстянка яйцевидная) ҙур һорау менән ҡуллана. Үҫемлектең ағыулы булыуын белергә кәрәк. Әгәр һаҡһыҙлыҡ менән япрағын һындырһағыҙ, аллергия реакцияһы алырға мөмкин. Әгәр балалар өҙөлгән япраҡты тәмләп ҡарарға теләй икән, уларҙың ағыуланыуы бар, сөнки япраҡтарында аҙ миҡдарҙа ғына булһа ла мышьяк бар. Шулай уҡ аҡса ағасын йорт хайуандарынан алыҫтараҡ тоторға кәрәк. Айырым осраҡтарҙа был үҫемлектән ҡоҫоу, баш әйләнеү, эс китеү, аңды юғалтыу йәки ҡорһаҡта киҫкен ауыртыу кеүек ағыуланыу күҙәтелеүе мөмкин. Организм бәләкәй дозалар менән зарарланһа ла, үҫ