Ауыл хужалығы ерҙәрендә ашламаларҙы, пестицидтарҙы, биопрепараттарҙы һиптереү өсөн пилотһыҙ осоу системаһы булдырыу - Өфө дәүләт нефть техник университетының Химия технологиялары һәм инжиниринг институтын тамамлаған Максим Лабеевтың диплом эшенең темаһы. Был турала ӨДНТУ хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорто – “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Өҫтөнлөк-2030” программаһында ҡатнашыусы. Максим – быйыл стартап форматында квалификациялы эшен яҡлаған 225 студенттың береһе. Лабеев һиптереү модулле дрон прототибын эшләгән. БПЛА-ны мониторинглау һәи автоматик идара итеү прогрммаһын булдырған. Техник-мәғлүмәт системаһы баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙе автоматлаштырырға, химикаттарҙың сығымын кәметергә, тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен аҙайтырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ һиптереүсе дронды фәнни тикшеренеүҙәрҙә лә ҡулланырға мөмкин. Егет эшләгән ауыл хужалығы дронының өҫтөнлөгө эшләүҙәге ябайлығында, хаҡының ҡиммәт булмауында. - Быға тиклемге хаҡы буйынса ҡиммә