Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдә ниндәй төҙөлөш көтөлә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Инвестиция сәғәте" тәртибендә төбәктең Инвестиция комитетының сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда хеҙмәттәр өлкәһендәге һәм сәнәғәттәге яңы проекттарҙы тикшерҙеләр. "Башмаркет" компанияһы директоры Лилиә Ғәскәрова Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы күп функциялы сауҙа-сервис комплексы төҙөлөшө тураһында һөйләне. Инвестор проект нигеҙендә ике ҡатлы бина ҡалҡытырға уйлай, дөйөм майҙаны – 960 квадрат метр. Уның беренсе ҡатында кафе һәм сауҙа майҙансыҡтары буласаҡ, ә икенсеһендә төҙөлөш материалдары магазины урынлашасаҡ. Комплекста ауыл халҡына кәрәк-яраҡ һатыласаҡ. Инвестиция күләме – 30 миллион һум, 27 кешегә эш урыны асыла. Башҡортостандың Инвестиция комитеты был проектҡа "өҫтөнлөклө" статусын бирҙе, шулай уҡ ер участкаһы биреү мәсьәләһенә лә булышлыҡ итәсәк. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, бизнес вәкилдәренең 82 проценты бизнес шәрифтәрҙең эшен ыңғай баһалай. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.