Бөгөн илдә Металлургтар көнө билдәләнә.
Был байрам ил етәкселеге ҡарары менән уҙған быуат урталарынан иғлан ителгән һәм июлдең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Металлургия электән ил иҡтисадында мөһим тармаҡ иҫәпләнә. Советтар Союзы тарҡалғас та, был байрам үҙ урынын һаҡлап ҡалды. Рәсәйҙән тыш, уны Беларусь, Ҡаҙағстанда билдәләйҙәр.
Башҡортостан иҡтисадында ла металлургия мөһим урын алып тора. Белорет, Учалы, Благовещен, Баймаҡ, Хәйбулла башҡа төбәктәрҙә ул етди үҫешкән. Белорет металлургия комбинатындағы айырым цехтар бер быуаттан ашыу эшләп килә.