Ағастарҙы ландшафт дизайнында файҙаланыу участканы биҙәргә һәм уға үҙенсәлекле күренеш бирергә ярҙам итә. Әммә ағастарҙың бөтәһе лә был маҡсаттарға тура килмәй, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре етди проблемалар тыуҙырыуы мөмкин. Ниндәй ағастарҙан һаҡланырға кәрәк? Саған. Матур ағас булыуына ҡарамаҫтан, сағандың ҡайһы бер төрҙәре күңелһеҙ хәл тыуҙырыуы мөмкин. Ағас ярылыуға һәм ҡолауҙарға дусар ителгән, уның ҡапыл ауып китеүе йорттоң йәки биләмәнең боҙолоу хәүефе тыуҙыра. Бынан тыш, ул йәш үренделәрен биреп, әүҙем тарала, ә ул биләмәне тәрбиәләүҙе ҡатмарлаштырырға мөмкин. Шыршы. Шыршының белгестәрҙән һатып алынған декоратив сорттарын ғына ултыртырға кәрәк. Кире осраҡта ағастың ҡеүәтле тамыр системаһы коммуникацияларҙы һәм тупраҡ структураһын боҙорға мөмкин. Ҡайын. Был матур һәм киң таралған ағас, әммә уны ултыртыу ер аҫты һыуҙары кимәлен кәметеү талап ителгән урындарҙа ғына аҡланған. Участка артыҡ дымлы булмаһа, ҡайын тупраҡты киптерергә мөмкин. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.