Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡырмыҫҡалы районында “Үҙәк квадрат” паркы төҙөкләндерелде

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә “Үҙәк квадрат” паркын төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Был территорияны төҙөкләндереү өс этапта алып барылған, һәм хәҙер унда төрлө йәштәгеләр өсөн ял итеү зонаһы булдырылған. 2023 йылда территорияла тренажерҙар һәм мини-футбол өсөн спорт майҙансығы ҡуйылған, 2024 йылда хәүефһеҙ резина менән ҡапланған балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы йәйәүлеләр юлдарын төҙөкләндереүҙе һәм заманса яҡтыртыуҙы урынлаштырыуҙы үҙ эсенә ала. Был объект өс йыл рәттән Ҡырмыҫҡалы районында йәмәғәт киңлектәрен һайлау буйынса халыҡ тауыш биреүендә еңеү яулаған. “Үҙәк квадрат” - республиканың был районында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса булдырылған 12-се ял итеү зонаһы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙа

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә “Үҙәк квадрат” паркын төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Был территорияны төҙөкләндереү өс этапта алып барылған, һәм хәҙер унда төрлө йәштәгеләр өсөн ял итеү зонаһы булдырылған. 2023 йылда территорияла тренажерҙар һәм мини-футбол өсөн спорт майҙансығы ҡуйылған, 2024 йылда хәүефһеҙ резина менән ҡапланған балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы йәйәүлеләр юлдарын төҙөкләндереүҙе һәм заманса яҡтыртыуҙы урынлаштырыуҙы үҙ эсенә ала. Был объект өс йыл рәттән Ҡырмыҫҡалы районында йәмәғәт киңлектәрен һайлау буйынса халыҡ тауыш биреүендә еңеү яулаған. “Үҙәк квадрат” - республиканың был районында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса булдырылған 12-се ял итеү зонаһы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында Башҡортостан республикаһында йыл һайын йәмәғәт урындары яңыртыла. 2019 йылдан 2024 йылға тиклем төбәктә 806 биләмә төҙөкләндерелгән. 2025 йылда йәнә 94 йәмәғәт майҙанын төҙөкләндерәләр. Яңы ял итеү урындарыын реконструкциялау һәм төҙөү ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фотолар: “Башинформ”дан.