Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

🌙Киске теләктәр

🌙Киске теләктәр

Кисен ятҡас та йоҡлап китәһегеҙме? Әллә телефон тотоп әүен баҙарына юлланаһығыҙмы? Йоҡлар алдынан, иң беренсе, ололар әйткән ошо кәңәште тотоғоҙ. Бүлмәгеҙ елләтелгән, ятҡан урынығыҙ, тәнегеҙ генә түгел, яҡшы йоҡо өсөн уйҙар ҙа таҙа булырға тейеш. Шуға күрә йыуынып, таҙа кейем кейем кейеп алғас, белгән доғалар уҡыу мөһим.

Ошондай теләктәр теләргә мөмкин:

1. Аллаһу Тәғәләгә рәхмәт әйтеп, һаулыҡ, именлек, тыныс йоҡо һорау.

2. Яҡындарыңа бәхет, һаулыҡ, именлек, оҙон ғүмер теләү.

3. Иртәгәге көнгә изге уйҙар, уңыштар, еңеллек һорау.

4. Үткән көнөң өсөн рәхмәт әйтеп, яңылышлыҡтарыңды кисереүен һорау.

5. Барлыҡ кешеләргә тыныслыҡ, илгә именлек, донъяға яҡшылыҡ теләү.

Мәҫәлән:

Йоҡомдо тыныс, таңымды яҡты ит, яҡындарымды һаҡла, һәр кемгә бәхет, һаулыҡ, именлек бир, иртәгәге көндө уңышлы ит!