"ЛизаАлерт" Башҡортостан" эҙләү отряды яңы иғлан бирҙе: Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылынан 38 йәшлек Рәил Хәмитйән улы Мусин юғалған. 2025 йылдың 11 июленән уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Буйы - 162 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һоро күҙле. Өҫтөнә йәшел футболка, шорты кейгән булған. Күҙлек кейә, сисергә лә мөмкин. Өҫтәп, уның беҙҙең яҡшы танышыбыҙ икәнен белдерәбеҙ. Дуҫтар менән һуңғы тапҡыр 7 июлдә телефондан, "Бәйләнештә" селтәрендә һөйләшкән. Ә һуңғы тапҡыр социаль селтәргә 11 июлдә иртән ингән. Бөтәһенә лә Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһынан эштән ҡайтырға сыҡтым тигән. Янында Магнитогорск ҡалаһынан иптәше Евгений Константинович М. булғанын һөйләгән. Әммә Рәил ауылына ҡайтып етмәгән. Әлеге мәлдә уның да, Евгенийҙың да телефондары яуап бирмәй. Кем Рәил Мусин тураһында берәй мәғлүмәт белә, хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Миңә йә "ЛизаАлерт"тан 8 937 1617337 телефонына инфорг Ларисаға, 8 800 700 54 52 тура ҡыҙыу бәйләнеш телефонына йәки 112 хеҙмәтенә шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ. Сыған