Найти в Дзене

“Тимер ат”тар ярҙамға килә

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына ике яңы Lada Largus автомобиле алынды. Яңы еңел автомобилдәр ятҡан пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәрен йәки дүрт пассажирҙы тейшле урынға илтә ала. Салонда носилкаларҙан башҡа педиатрия ҡайыштары йыйылмаһы һәм һауалағы бактерияларҙы, микроорганизм һәм вирустарҙы зарарһыҙландырыусы рециркулятор бар. 2025 йылда Башҡортостанда алты поликлиника файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ 134 модулле конструкцияны урынлаштырыу планлаштырыла. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федерал

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына ике яңы Lada Largus автомобиле алынды. Яңы еңел автомобилдәр ятҡан пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәрен йәки дүрт пассажирҙы тейшле урынға илтә ала. Салонда носилкаларҙан башҡа педиатрия ҡайыштары йыйылмаһы һәм һауалағы бактерияларҙы, микроорганизм һәм вирустарҙы зарарһыҙландырыусы рециркулятор бар. 2025 йылда Башҡортостанда алты поликлиника файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ 134 модулле конструкцияны урынлаштырыу планлаштырыла. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.