Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Водитель" балаң ҡайҙа йөрөй?

Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы шәхси мобиль сараларында, питбайктарҙа йөрөгән балалар ҡатнашлығындағы аварияларға бәйле кәңәшмә үткәрҙе. Унда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, Башҡортостандың Траспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, журналистар ҡатнашты. Республика дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 16 йәшкә тиклемге “водителдәр” ҡатнашлығында 56 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бәлиғ булмаған икәү һәләк булған, 53-ө йәрәхәтләнгән. Был аварияларҙың 11-ендә балалар автотранспортҡа, 24-ендә мототранспортҡа идара иткән. 24 ваҡиғала улар үҙҙәре ғәйепле булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре республика биләмәһендә бәлиғ булмаған 1072 водителде туҡтатҡан, уларҙың 83-ө спиртлы эсемлек ҡулланғаны асыҡланған. Ата-әсәләренә ҡарата 992 административ материал төҙөлгән. Эске эштәр министрлығының профилактика иҫәбендә юл хәрәкәт

Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы шәхси мобиль сараларында, питбайктарҙа йөрөгән балалар ҡатнашлығындағы аварияларға бәйле кәңәшмә үткәрҙе. Унда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, Башҡортостандың Траспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, журналистар ҡатнашты. Республика дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 16 йәшкә тиклемге “водителдәр” ҡатнашлығында 56 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бәлиғ булмаған икәү һәләк булған, 53-ө йәрәхәтләнгән. Был аварияларҙың 11-ендә балалар автотранспортҡа, 24-ендә мототранспортҡа идара иткән. 24 ваҡиғала улар үҙҙәре ғәйепле булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре республика биләмәһендә бәлиғ булмаған 1072 водителде туҡтатҡан, уларҙың 83-ө спиртлы эсемлек ҡулланғаны асыҡланған. Ата-әсәләренә ҡарата 992 административ материал төҙөлгән. Эске эштәр министрлығының профилактика иҫәбендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 1528 бала тора. – 2025 йылда ошондай авариялар айырыуса күбәйҙе. Сәбәбе – питбайктар, шәхси мобиль саралар. Уларҙы алыуы үтә еңел. Ҡануниәт кимәлендә бер ниндәй ҙә тыйыуҙар юҡ. Элек ата-әсәләр балаларына яҡшы тәртибе өсөн уйынсыҡ, телефон алып бирһә, хәҙер ике тәгәрмәсле транспорт бүләк итеүсән, – тип белдерҙе кәңәшмәлә республика дәүләт автоинспекцияһының өлкән инспекторы, полиция майоры Линар Зиннуров. Ә ата-әсә ошондай “бүләк”тең нимәгә килтереүен, әйтерһең, аңларға ла теләмәй. Мәҫәлән, Өфөләге штраф туҡталҡаларының береһендә генә 200 самаһы берәмек мототранспорт үҙ хужаларын көтә. – Ҡыҙғанысҡа күрә, ата-әсәләр беҙҙең яҡта түгел. Хатта ҡаршы ла. “Йөрөһәләр ни булған? Водитель танытмаһы талап ителмәй, транспортты теркәргә кәрәкмәй”, – тиҙәр. Улар, мәҫәлән, бындай транспортта дөйөм ҡулланылыштағы юлдар буйлап йөрөргә ярамай икәнен белмәй. Магазиндарҙа ирекле һатылғас, теркәлеү кәрәкмәгәс, тейешле талаптар ҡуйылмағас, балалар махсус майҙансыҡтарҙа ғына йөрөмәй, ә магистралдәргә сығып китә. Һөҙөмтәлә етди транспорт ваҡиғалары тап шундай юлдарҙа була ла. Ата-әсәләргә быны аңлатыу, уларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү өсөн мәғлүмәт кампанияһын көсәйтеү мөһим, – тип белдерҙе республика Хөкүмәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге етәксеһе Илмир Ғәниев. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы тарафынан алып барылған көндәлек иҫкәртеү эштәренән тыш, республикала ошо йылдың көҙөнә тиклем “Рулгә тотонма, малай!” тигән социаль кампания тормошҡа ашырыла. Әммә был ғына етмәй, тип билдәләнеләр кәңәшмәлә. Төрлө ведомство белгестәре мәсьәләне яйға һалыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәрен әйтте. Араларында ошондай саралар бар: - ҡала эсендәге экрандарҙа, лифттарҙа, телевидениела иҫкәртеү маҡсатындағы видеороликтар күрһәтеү; - социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа, ата-әсәләр чаттарында таратыу өсөн мәғлүмәт карточкалары эшләү; - йәйге лагерҙарға, үҙәктәргә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен саҡырып, бәлиғ булмағандар менән әңгәмәләр уҙғарыу; - блогерҙар, йырсылар, артистар, билдәле граждандар, муниципалитет етәкселәре ҡатнашлығында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт кампанияһы ойоштороу. Кәңәшмәлә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре тәҡдим итеүенсә, питбайкта, шәхси мобиль сараларында йөрөп, юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән, йәрәхәт алған, дауаланыу, реабилитация үткән балаларҙың ата-әсәһе, яҡындары менән интервьюлар, репортаждар эшләргә кәрәк. Уларҙың һөйләгәндәренән һабаҡ алып, башҡалар үҙҙәренең ҡыҙ һәм малайҙарын хәүефле техниканан аралар ине. Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова ата-әсәләр чаттарында иҫкәртеү эшен әүҙемләштерергә тәҡдим итте. “Бындай алым күпкә һөҙөмтәлерәк булыр ине тип иҫәпләйем. Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә иҫкәртеү видеороликтарын иһә балаларҙың үҙҙәрен дә ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп, креатив ҡараш менән эшләргә кәрәктер” – тине ведомство етәксеһе урынбаҫары. Фото: "Башинформ".