Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов “Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар етештереү берекмәһе”нең тәүге ҡуртымға бирелеүсе йортон тантаналы асыуҙа ҡатнашты. Был ваҡиға предприятиеның 100 йыллығына арналған сараларға ярашлы үткәрелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берекмәнең юғары социаль яуаплылығын билдәләне. – Был - Башҡортостанда тәүге ҡуртымға бирелеүсе йорт. Унда ысын хеҙмәт эйәләре йәшәйәсәк. Ростех дәүләт корпорацияһына хеҙмәткәрҙәр тураһында ошондай хәстәрлек күргәне өсөн рәхмәт әйтәм. Республика үҙ сиратында предприятиеға ярҙам итергә әҙер, шул иҫәптән ошондай социаль проекттарҙа ла, – тине Радий Хәбиров. – Был матур йортта йәшәүселәргә тыныслыҡ һәм ғаиләләренә именлек, күберәк балалар үҫтереүҙәрен һәм хеҙмәттәрендә уңыштар теләйем. Беҙ ҡала хакимиәте менән бергә артабан да ҡаланың был биҫтәһен үҫтерәсәкбеҙ һәм кешеләр тормошо өсөн уңайлы шарттар т