Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әсәһе йоҡлап киткән...

Кисә көндөҙ Күмертауҙа ҡотҡарыусыларға бер баланың тәҙрәнән осоп төшөүе тураһында хәбәр килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иҫән ҡалмаған. Алдан бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, ул ваҡытта 1 йәш тә 10 айлыҡ бала бишенсе ҡаттаға фатирҙарында әсәһе менән булған. Әсә кеше йоҡлап киткән, ә малай тәҙрә тупһаһына менеп, уны үҙаллы асҡан һәм осоп төшкән. Бәрелеүҙән ул шунда уҡ һәләк булған... Тикшереүсе полиция менән берлектә ваҡиға урынын ҡарап, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләгән. Ваҡиға буйынса тикшереү алып барыла: шаһиттарҙан һәм баланың ғаиләһенән һорау алына, ғаиләнең йәшәү һәм социаль шарттары тикшерелә, фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Ата-әсәһенә түҙемлек бирһен Хоҙай... Ҡалғандарға бындай ҡайғыны күрергә яҙмаһын.